Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 18:45

Фатирың бармы? Ә машинаң?..

Яңғыҙ иргә был тормошта ни тиклем ауыр икәнлеген аңланым.

Тормошом көйлө генә бара ине. Ҡатыным менән татыу йәшәнек, балаларыбыҙҙы уҡыттыҡ, белем бирҙек.
Әммә ике йыл элек ҡатыным ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡалды…
Яңғыҙ иргә был тормошта ни тиклем ауыр икәнлеген аңланым. Үҙеңә ҡатын эҙлә, тиерһегеҙ. Эйе, бөгөн танышыу өсөн мөмкинлектәр күп.
Танышыуҙар телефондан башлана. Шылтыратам, әйҙә осрашабыҙ, тим. Ә ханымдар: "Ҡайҙа эшләйһең? Кем менән тораһың? Баҡсаң бармы? Ә машинаң?” – тип һораша башлай. Икенселәре шунда уҡ: "Загсҡа торабыҙмы?" – тип ҡыҙыҡһына. Әйтерһең дә, ҡатын-ҡыҙҙың минең менән түгел, ә балаларым, баҡсам йәки бүтән милкем менән танышҡыһы килә! Тәүҙә осрашырға кәрәктер бит? Шунан ғына бер-береңде оҡшатыу, башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләшәһең.
Күрешмәҫ элек үк машина, фатир менән ҡыҙыҡһынған кешегә нисек күңел ятһын! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: spark.ru
Читайте нас: