Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 23:25

Мунсала бала тапҡан...

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Бөтә ерҙә байрам кәйефе. Әсәйҙәргә дан йырлайҙар, сәскәләр бүләк итәләр. Ә был көндә Тәтешле районында йәшәгән 27 йәшлек әсә ишараты яңы тыуған сабыйы менән дауаханаға килә. Имеш, балаһына табиптар ярҙамы кәрәк. Үкенескә күрә, бала күптән үлгән була. Ғәжәпкә ҡалған табиптар сәйер хәлде тикшерә башлай һәм әсә сабыйын биш көн элек мунсала табып, шунда ҡалдырып китеүен асыҡлай. Әле тәфтишселәр был хәлде тикшерә, бәғерһеҙ әсәйҙең туғандарынан һорау ала. Фото: proufu.ru

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Бөтә ерҙә байрам кәйефе.

Әсәйҙәргә дан йырлайҙар, сәскәләр бүләк итәләр. Ә был көндә Тәтешле районында йәшәгән 27 йәшлек әсә ишараты яңы тыуған сабыйы менән дауаханаға килә. Имеш, балаһына табиптар ярҙамы кәрәк. Үкенескә күрә, бала күптән үлгән була.

Ғәжәпкә ҡалған табиптар сәйер хәлде тикшерә башлай һәм әсә сабыйын биш көн элек мунсала табып, шунда ҡалдырып китеүен асыҡлай. Әле тәфтишселәр

был хәлде тикшерә, бәғерһеҙ әсәйҙең туғандарынан һорау ала.

Фото: proufu.ru

Читайте нас: