Бөйөк Ватан һуғышына ниндәй ҙә булһа ҡатнашлығы булғандарға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан аҡсалата түләү ҡаралған. Был указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Премьер Михаил Мишустин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, уларҙың тол ҡатындарына – 75 мең һум, тыл ветерандарына 50 мең һум аҡса түләнәсәк тип белдерҙе.