Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 10:55

Аҡса аяҡ аҫтында

Эйе, эйе, уңғандар өсөн аҡса аяҡ аҫтында. Нуриман районының Ҡортлокүл ауылында йәшәгән Илгиз Исламов армия сафынан ҡайтҡас, сусҡа үрсетеү менән бергә шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнә башлай. Уны киптереп, күмәртәләп алыусыларға тапшыра. 2018 йылда Илгиз иптәштәре менән “Ҡариҙел үләндәре” тигән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойоштора. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, уллр ауыл хужалығы кооперативтары төҙөү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашып, ике миллион һумдан ашыу ярҙам ала. Уға үлән ике киптергес, ваҡлағыс һәм башҡа йыһаздар һатып алалар. Тәүҙә улар 12 төрлө үлән йыйһа, бөгөн иһә был һан 24-кә еткән. “Ҡариҙел үләндәре” “райондың, Өфө, Бөрө ҡалаһы сауҙа үҙәктәрендә һатыла. Егеттәр киләсәктә эшмәкәрлеген киңәйтеп, федераль сауҙа үҙәктәренә лә сығырға теләй. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эйе, эйе, уңғандар өсөн аҡса аяҡ аҫтында. Нуриман районының Ҡортлокүл ауылында йәшәгән Илгиз Исламов армия сафынан ҡайтҡас, сусҡа үрсетеү менән бергә шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнә башлай. Уны киптереп, күмәртәләп алыусыларға тапшыра. 2018 йылда Илгиз иптәштәре менән “Ҡариҙел үләндәре” тигән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойоштора.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, уллр ауыл хужалығы кооперативтары төҙөү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашып, ике миллион һумдан ашыу ярҙам ала. Уға үлән ике киптергес, ваҡлағыс һәм башҡа йыһаздар һатып алалар. Тәүҙә улар 12 төрлө үлән йыйһа, бөгөн иһә был һан 24-кә еткән. “Ҡариҙел үләндәре” “райондың, Өфө, Бөрө ҡалаһы сауҙа үҙәктәрендә һатыла. Егеттәр киләсәктә эшмәкәрлеген киңәйтеп, федераль сауҙа үҙәктәренә лә сығырға теләй.
Читайте нас: