Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 00:50

“Һалдаттар үҙҙәре битенә һуғырға ҡушты”

Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов фажиғәлә ҡаза күреүсе булараҡ та танылды. Ошо көндәрҙә уны һәм хеҙмәттәштәрен мәсхәрәләгән Руслан Мөхәтовҡа ҡарата суд булды һәм ул ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Шулай ҙа адвокат был яза үтә йомшаҡ тигән ҡарашта. “Рәмил Шәмсетдиновҡа һәм хеҙмәттәштәренә көс ҡулланған Руслан Мөхәтов өсөн был йомшаҡ һәм беҙ Чита Хәрби судының хөкөм ҡарарына ялыу бирергә хәл иттек. Суд бөтә факттарҙы ла иҫәпкә алманы, Мөхәтовтың аҡса талауы ситтә тороп ҡалды Бынан тыш, уның, һалдаттар үҙҙәре битенә һуғырға ҡушты тип, ғәйепте ҡаза күреүселәрҙең үҙҙәренә яғырға маташыуына ҡатыраҡ яза булырға тейеш”, - ти адвокат Руслан Нәғиев. Бөгөн суд хөкөмөнә ҡарата апелляция ялыуы ебәрелде.

Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов фажиғәлә ҡаза күреүсе булараҡ та танылды. Ошо көндәрҙә уны һәм хеҙмәттәштәрен мәсхәрәләгән Руслан Мөхәтовҡа ҡарата суд булды һәм ул ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Шулай ҙа адвокат был яза үтә йомшаҡ тигән ҡарашта. “Рәмил Шәмсетдиновҡа һәм хеҙмәттәштәренә көс ҡулланған Руслан Мөхәтов өсөн был йомшаҡ һәм беҙ Чита Хәрби судының хөкөм ҡарарына ялыу бирергә хәл иттек. Суд бөтә факттарҙы ла иҫәпкә алманы, Мөхәтовтың аҡса талауы ситтә тороп ҡалды Бынан тыш, уның, һалдаттар үҙҙәре битенә һуғырға ҡушты тип, ғәйепте ҡаза күреүселәрҙең үҙҙәренә яғырға маташыуына ҡатыраҡ яза булырға тейеш”, - ти адвокат Руслан Нәғиев.

Бөгөн суд хөкөмөнә ҡарата апелляция ялыуы ебәрелде.

Читайте нас: