Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 18:05

Анһат ҡына миллионер булған

Тир түкмәйенсә лә байырға мөмкин.

Була бит донъяла бәхетле кешеләр! Өфөлә йәшәгән берәү, халыҡ әйтмешләй, күҙ менән ҡаш араһында миллионер булған. Бәхетле кеше “Рапидо 2.0” уйын лотореяһын һатып ала. Ә 9 мартта үткән уйында ул 1,6 миллион һум аҡса ота.
“Буласаҡ миллионер лотореяны 60 һумға һатып алған. Уйын майҙанының тәүге өлөшөндә еңеүсе 1,3,5,11,18, 7, 10,19 һандарын билдәләгән, ә икенсеһендә 4-те һайлаған”, – тип белдерәләр лотореяның матбуғат хеҙмәтенән.
Өфө миллионерын документтар тултырыу өсөн Мәскәүҙә көтәләр.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас в