Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 14:55

Түләүһеҙ ЭКО барлығын беләһеңме?

Хәлде асыҡлау өсөн ҡатындың да, ирҙең дә килеүе мотлаҡ.

Күптән түгел генә бушлай ЭКО эшләтеүҙе күҙ алдына ла килтермәһәк, бөгөн был хеҙмәттән түләүһеҙ файҙаланырға ла мөмкин. Мәҫәлән, йыл һайын республикла ике меңдән ашыу ҡатын ошо юл менән бала һөйөү бәхетенә эйә була. Быйыл иһә республика был маҡсатҡа 83 миллион һум аҡса бүлгән.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, бының өсөн иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәлде асыҡлау өсөн ир ҙә, ҡатын да анализдар тапшыра. Быныһы түләүле. Түлһеҙлек билдәләнгән осраҡта, ЭКО ярҙамында дауаланыу кәрәклеге хаҡында һөҙөмтә әҙерләнәсәк. Анализдарҙы Республика медицина-генетика үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт, 2-се ҡат, +7(347) 246-83-97) алып барырға кәрәк. Унда дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәрендә 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем, шишәмбе, кесе йома – 12-нән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр. Бында һеҙгә ниндәй клиниканы һайлау кәрәклеген кәңәш итәсәктәр. Сиратҡа ҡуйғас, бөтә процедуралар бушлай буласаҡ. Тәүге ЭКО көткән һөҙөмтәне бирмәһә лә, 2019 йылдан уны бер нисә тапҡыр эшләтергә мөмкин.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: