Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 14:00

Альберт Салауатовтың ғаиләһе ишәйгән!

Мең рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем!

Йортҡа бәпес ҡайта! Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет тойғоһо бармы икән?! Яратҡан йырсыбыҙ, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов йәнә атай булыу бәхетен кисергән, улы тыуған. Был хаҡта артист “Бәйләнештә” төркөмөндә үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлаша, кәләшенә рәхмәт әйтә. “Аллаға шөкөр, бөгөн минең улым тыуҙы! Мең рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем! Яратам һине!”– тип яҙған. Беҙ ҙә Салауатовтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ, бәпәйҙең һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ.
Фото: йырсының “Бәйләнештә” төркөмөнән.
Читайте нас: