Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 23:55

Ишек төбөндә ташлап киткән ҡыҙы тора ине

Тормош юлын яңғыҙы үтермен тип уйламаны.

Иртән уянғас та көн ябай ғына булмағанын аңланы Фәрҙиә. Һуңғы арала төшө буталып, төн уртаһында баҫлығып уяныуҙары тиктәҫкә түгел бит инде. Әсәһенең, төштөң муйыны ҡылдан нәҙек, ә башы ҙур булыр, ҡайһылай юрайһың, башы шул яҡҡа һалынып төшөр, шуға күрә ниндәй генә төш күрһәң дә хәйерлегә юра, тигәнен иҫләһә лә, бер нисек тә яҡшыға юрай алманы уны бөгәсә. Күрәҙәлек иткән, киләсәкте әйткән төш икәнлеген белер, аңлар ғына тормош тәжрибәһе бар бит инде уның.
Төшө, ысынлап та, ябай түгел. Уны йәш сағында ла күреүен, әсәһенә һөйләгәс, сәсәкле шәлъяулығын һандығынан алып, ҡыҙының башынан-күҙенән бер нисә рәт өйөрөлтөп, күрше әбейгә төш хәйере итеп индерергә ҡушҡанын да бик яҡшы хәтерләй ул.
Етмешкә аяҡ баҫһа ла, йәш сырайлы, еңел кәүҙәле булғас, ҡатынға бер кем дә үҙенең йәшен бирмәй. Нәҫелдән килә - ҡуйы ҡара сәсе лә, тештәре лә ошоғаса йәш сағында нисек булһа, шулай һаҡланған. Ошо йәшкә етеп бер тапҡыр ҙа дауахана ишеген асмағанлығын иҫкә алһаң, һаулығы ла шаҡтай булғанлығын күрәһең. Тиҫтерҙәренең ҡайһы берҙәре күптән таяҡҡа таянған инде. Фәрҙиәнең, дөрөҫ йәшәмәйһегеҙ, үҙегеҙҙе ҡарамайһығыҙ, тип сәнскеле, мыҫҡыллы һүҙҙәр яуҙырыуынан биҙепме, әллә ҡатындың йәшлектәге яман ҡылыҡтарын иҫләпме, күрше-күләне күптән уға инмәй инде. Шуға күрә ни эшләһә лә, көн оҙоно яңғыҙы хитлана.
Тормош юлын, яңғыҙы үтермен тип уйламаны, әлбиттә, Фәрҙиә. Үҙенә бик бай, матур ғүмер юраһа ла, юш килмәне шул юрағаны. Әсәйле-атайлы ғаиләлә иркә генә үҫеп, уларҙың бөтә тапҡан-таянғандарын үҙенә тотоноп, мохтажлыҡ күрмәй йәшәне. Ауылда иң матур күлдәк уныҡы булды, бейек үксәле итекте лә беренсе булып ул кейҙе. Тик яҙмышы баш бәхетен генә насип итмәне. Алдан күрә белгән өләсәһе иҫән булһа, бәлки тормошо бөтөнләй икенсе юҫыҡта барыр ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буй етеп, танауына иҫ-оҫ инә башлаған мәлдә генә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы шул. Һауалы, иркә, елбәҙәк Фәрҙиә, ауылдағы бөтә ҡыҙҙарҙың танауына сиртәм тип, егеттәрҙе бирсәткә кеүек алмаштырҙы. Өләсәһе иҫән булып, ейәнсәренең был ҡылығын белһә, уйнашҡа ышанма, яңғыҙ ҡалырһың, тип әйтер ине, билләһи. Тормошҡа сығыр, балалар табыр йәшкә еткәндә ир-егет тураһында “фән”дән байтаҡ тәжрибә туплаған Фәрҙиә үҙ аллы ғаилә ҡорорға ашыҡманы. Тәҡдим яһағандарҙың йә теге, йә был етешһеҙлеген табып, кейәүгә сығыуҙы шулай кисектерә килде. “Быныһына сыҡһам, иртәгә тағы ла матурырағы, байырағы, йомартырағы осраһа ни эшләрмен?”, - тип ҡурҡты. Йәшерен-батырыны юҡ, еңел-елпе тормошо үҙенә лә бик оҡшай ине. Бер кем алдында ла яуаплылыҡ тойманы, кәйеф-сафа ҡороп, күңелле йәшәне. Балы - мискәләп, ите түшкәләп килде. Йәш сағы шулай бер ниндәй хәсрәтһеҙ үтте уның.
Тик йылдар уҙған һайын ишеген ҡағыусылар, тәҙрәһен сиртеүселәр кәмене. Ғаиләлеләр ғаиләһенә ҡайтты, яңғыҙҙары үҙенең парын тапты. Шулай итеп, йәшлектә ҙур һөйөү вәғәҙәләгәндәр ир ҡорона ултырғас, уның яғына әйләнеп тә ҡараманы. Шул ваҡыттан ул үҙен сикһеҙ яңғыҙ тоя башланы. Баш терәйем тиһә янында - яҡыны, иң терәйем тиһә ире булманы. Юҡ йомошто бар итеп, үҙе инмәһә, күрше-тирәһе лә Фәрҙиәнең буҫағаһы аша үтмәне. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә, туған-тыумасалылар байрамды күмәкләп ҡаршы алғанда яңғыҙлыҡтан бүре булып олоғоһо килгән көндәрҙә бер-бер артлы алдыртҡан балалары иҫенә төшөп, төшөнә инеп йәнен телгесләне. Төрлө ҡиәфәттә күренде улар. Фәрештә лә булдылар, ҡош та, йыртҡыс та.
Бөгөн иһә аңлайышһыҙ һын булып күренде. Аяғы ла, ҡулы ла юҡ. Кеше тиһәң кеше лә түгел, йыланға ла оҡшамаған. Фәрҙиәнән ҡул, аяҡ һорарға килгән, имеш. Ҡатын ҡулындағы таяҡ менән киҙәнеп, ҡасырға уйлағайны, теге ҡурҡыныс һын теше менән ҡулына, аяғына сат йәбеште. Ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырған үҙ тауышына уянып китте.
Аяҡ-ҡулы урынында икәнлеген төшөнгәс, еңел һулап ҡуйҙы ҡуйыуын, әммә дарҫлап типкән йөрәген туҡтата алманы. Быға тиклем йөрәгенең ҡайһы яҡта урынлашҡанын да белмәгән ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулын күкрәгенә терәне лә, асырғанып Аллаһҡа ялбарҙы: ”Раббым, зинһар өсөн аяҡ-ҡулһыҙ ҡалдырма. Яңғыҙым икәнлекте беләһең, мине кем ҡарар?! Тере мәйет булып ятыуҙан үҙең һаҡла!..”.
Тороп йыуынып, иртәнге сәйгә ултырғас та тыныслана алманы ул. Кешегә лә,
йәнлеккә лә оҡшамаған заттың үткер тештәре ҡаҙалған ҡулы һыҙлауы күкрәк тәңгәленә килеп туҡтап ҡалды ла сей яра кеүек һулҡылдай бирҙе.
Шул ваҡыт ишекте кемдер һаҡ ҡына шаҡыны. Шаҡынылармы, әллә ҡатын күңеле алдан һиҙҙеме? Бер аҙҙан тупһала таныш түгел ике ҡатын пәйҙа булды. Уның береһе - хәс тә бөгөн төшөндә күргән балаға оҡшаған. Ҡәҙимге кешенекенән күпкә ҙур баш, икеһе ике яҡҡа ҡарап торған күҙ, ябылып етмәгән ауыҙҙан күренгән эре теш. Фәрҙиә уға ҡаршы атланы, ә бәлки артҡа сигенгәндер, иллә мәгәр уға барып етә алманы, йәшен атҡан ағастай иҙән уртаһына ауҙы. Уға береһенең дә аңлатыуы кәрәкмәй ине. Ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡатындарҙың береһе - 17 йәшендә табып, дауаханала ҡалдырып киткән ҡыҙы ине.
Йөккә уҙғанын йәшлеге менән тәүҙә аңламаны Фәрҙиә, белгәндә инде һуң ине. Бала етлеккәнсе башҡаларға белдермәҫ өсөн эсен ныҡ итеп һығып бәйләп йөрөүе сабыйға зыян итмәй ҡалмай, әлбиттә. Тыумыштан зәғиф ҡыҙ балаһын ҡурсалап, яҡлап ҡына йәшәр урынға дауаханала ҡалдырып китә. Мәшәҡәтһеҙ, күңелле тормошо ул баланы тиҙ оноттора...
Дауаханала иҫенә килеп күҙен асҡанда эргәһендә теге төшөндә күргән иләмһеҙ заттың ҡулын тотоп ултырыуын күрҙе. Тартып алайым тиһә, көсө етмәне. Тағы, тағы тартты. Шунда ғына ҡулының да, аяғының да үҙен тыңламағанын аңланы. Янында ултырған ҡатындың йөҙөнә ҡарарға ҡурҡып, күҙен сытырҙатып йомдо.
Бына ул Фәрҙиәнең маңлайына төшкән сәсен һыпырҙы, асылған иҙеүен яҡшылап тартып япты, юрғанын рәтләне. Шунан тағы Фәрҙиәнең ҡулын усына йомдо, сәсен һыйпаны. Шулай нисә тапҡыр ҡабатланғандыр Фәрҙиә иҫәбен-һанын белмәй. Әммә көндәрҙән бер көндө дауаханала ятҡандың нисәнсе көнөндәлер, үҙе лә белмәй, нисәмә йылдар күпме кешенең һөйәркәһе булып та, бер ҡасан да тоймаған таныш түгел хисте - наҙ һәм йылылыҡты - тойҙо. Һәм уны бер нәмәгә лә алмаштырғыһы, бер ҡасан да унан айырылғыһы килмәне. Дөрөҫөрәге башҡаса сараһы ла юҡ ине, шикелле - 53 йыл буйы бар тип тә белмәгән ҡыҙы менән осрашыуҙан һуң кисергән тәрән тетрәнеү уны аяҡтан йыҡҡайны...
Фото: ru.dreamstime.com
Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас: