Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 15:15

Коронавирус йоҡҡан!

Ул арығанлыҡ, хәлһеҙлек тойған.

Билдәле Америка актеры Том Хэнкс һәм уның ҡатыны Рита коронавирус эләктергән. Голливуд йондоҙо был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. Был ауырыуҙы улар Австралияла йоҡторған. Хэнкс үҙендә арығанлыҡ, хәлһеҙлек һиҙә, ә ҡатынының температураһы күтәрелә, ҡалтырана. Табиптар уларға коронавирус йоғоуон асыҡлай.
Әйткәндәй, Том Хэнкс иң бай актерҙарҙың береһе. 2018 йылда уның ҡатнашлығында төшкән фильмдар туғыҙ миллиард табыш килтергән. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Шуға ла был көндәрҙә белгестәр төрлө илдәргә сәйәхәт итеүҙән тыйылып торорға кәңәш итә.
Читайте нас: