Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 12:30

Мансурҙы тату харап итте

Тату төҙәтеп булмаҫлыҡ ауыр сиргә килтереүе бар.

Һуңғы ваҡыттарҙа Мансур үҙен насар тойҙо, тиҙ арыны, хәле бөттө. Табиптарға күренһә лә, улар хәүефләнерлек сәбәп тапманы, уколдар яҙҙы, бер аҙ дауаланырға ҡушты. Шулай ҙа егеттең хәле яҡшырманы. Бер аҙҙан Өфө табиптары Мансурҙы ентекләп тикшергәс, уның яман шеш ауырыуына дусар булыуын асыҡланы, быны егеттең тәнендәге татуировка эҙемтәһе тип билдәләнеләр. Үкенескә ҡаршы, табиптар күпме генә тырышмаһын, ауырыу аҙып киткәнлектән, егетте ҡотҡара алманылар...
Ысынлап та, табиптар тату эшләтеү төҙәтеп булмаҫлыҡ ауыр сиргә килтереү ихтималлығы хаҡында күптән иҫкәртә. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең элекке баш санитар табибы, Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары Геннадий Онищенко илдә татуировкалар яһауҙы тыйырға өндәне.
Күптән түгел Европа химия агентлығы белгестәре төҫлө тату буяуҙарының ағыулы булыуын асыҡлағайны. Онищенко тире аҫтына индерелә торған теләһә ниндәй ҡараның шеш, төрлө тире ауырыуҙарынан башлап, яман шешкә тиклем килтерә алыуын раҫланы. Тағы шикле салондрҙа йоғошло ауырыуҙар йоҡтороу ҡурҡынысы бар.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: