Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 00:35

«Урам балалары» - Ҡырғыҙстанда

Данилды ниндәйҙер өмөт йәшәтә.

Изге, яҡты, матур хыялдар менән йәшәгән Данилдың тормошо атаһы үлгәс, эскелек һаҙлығына батҡан әсәһенең кешелекһеҙлеге, боҙоҡлоғо арҡаһында ҡапыл икенсе боролош ала. Өйҙәге ҡатмарлы йәшәү шарттарына түҙә алмай сығып киткән Данилдың бәләкәй йөрәгендә шул саҡта ла әсәһенә ҡарата һөйөүе һүрелмәй, уның төҙәлеренә, аяҡҡа баҫырына ышана ул. Ни тиклем генә үҙәгенә үтерлек ауыр мәлдәрҙе кисерһә лә, Данилды ниндәйҙер бер өмөт йәшәтә. Шул өмөт уны алдында торған кәртәләрҙе емереп сығырға ярҙам итә.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Ҡалдырма, әсәй», «Әкиәтһеҙ бала саҡ» китаптарының авторы, халыҡтың яратып уҡыған йәш яҙыусыларының береһе Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» исемле повесы – берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышын сағылдырып ҡына ҡалмай, ә 1990-сы йылдарҙа илдәге «үҙгәртеп ҡороу» осоронда килеп тыуған бик күп сәйәси проблемаларҙы ла үҙ эсенә ала. Ошо көндәрҙә был повесть ҡырғыҙ телендә лә нәшер ителде һәм тиҙҙән сауҙа кәштәләренә һатыуға сығасаҡ. Әҫәрҙе Жолдубек Ҡасҡынбаев тәржемә иткән.


Читайте нас: