Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 23:20

«Яратыуығыҙ хаҡында көн дә әйтегеҙ!»

Барыһы ла төштәге кеүек.

Әсәй! Йылдар үткән һайын изге кешебеҙҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлайбыҙ. Башҡорт ҡыҙы, билдәле гимнастка, телептапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева әсәһен юғалтыуға һигеҙ йыл үткән. Яҡташыбыҙ ошо хаҡта Инстаграм сәхифәһендә белдерә. Зөлфиә Үтәшева 2012 йылдың 12 мартына ҡаршы төндә 47 йәшендә инфаркттан вафат булған. Был хаҡта ҡыҙы:”Һигеҙ йыл... Әсәйем төндә минең ҡулымда китте. Бик тиҙ, бөтөнләй йәш килеш китте, барыһы ла төштәге кеүек. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, яратыуығыҙ хаҡында көн дә әйтегеҙ. Бик тиҙ осалар...”- тип яҙған.

Ысынлап та, әсәйҙәребеҙҙе ҡәҙерләйек, йылы һүҙҙәребеҙҙе ваҡытында әйтеп ҡалайыҡ.

Фото: ok.ru

Читайте нас: