Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 22:05

Бәпесте атаһына биргәндәр...

Өфөлә 34 йәшлек Айгөл Фоминаны бала тапҡандан һуң сепсис менән 22-се дауахана реанимацияһына һалғайнылар. Бәхеткә ҡаршы, ошо көндәрҙә комала ятҡан Айгөлдө республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы махсус транспорт менән Мәскәүгә алып барҙы. Әле ул Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинаталь үҙәгендә ята. Бөгөн сабыйҙы Республика перинаталь үҙәгенән ире Борис алып сыҡты. Ғаилә башлығы уларҙың яҙмышына битараф булмаған барлыҡ табиптарға рәхмәт белдерҙе. Ә ҡатыны Айөгөлдөң хәле арыулана башлаған, команан сығарылған. Табиптар әйтеүенсә, йәш әсә бер айҙан ярты йылға тиклем дауаланыуы ихтимал. Беҙ ҙә Айгөлдөң тиҙерәк һауығып, ғаиләһе янына ҡайтыуын теләйбеҙ.Фото:proufu.ru

Өфөлә 34 йәшлек Айгөл Фоминаны бала тапҡандан һуң сепсис менән 22-се дауахана реанимацияһына һалғайнылар. Бәхеткә ҡаршы, ошо көндәрҙә комала ятҡан Айгөлдө республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы махсус транспорт менән Мәскәүгә алып барҙы. Әле ул Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинаталь үҙәгендә ята.
Бөгөн сабыйҙы Республика перинаталь үҙәгенән ире Борис алып сыҡты. Ғаилә башлығы уларҙың яҙмышына битараф булмаған барлыҡ табиптарға рәхмәт белдерҙе. Ә ҡатыны Айөгөлдөң хәле арыулана башлаған, команан сығарылған. Табиптар әйтеүенсә, йәш әсә бер айҙан ярты йылға тиклем дауаланыуы ихтимал.
Беҙ ҙә Айгөлдөң тиҙерәк һауығып, ғаиләһе янына ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото:proufu.ru
Читайте нас: