Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:40

Кемдәр күҙ буяй?

Һеҙҙең менән бәйләнешкә сығып булмай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Cтәрлетамаҡта ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарҙар башланғыстарына ярҙам итеү өсөн яуаплы урынбаҫарҙары (бизнес-шерифтар) менән осрашты. Төбәк етәксеһе республикала эшҡыуарлыҡ мөхите яҡшырыуын, төп капиталға инвестициялар күләме артыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
– Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа эшҡыуарҙар үҙҙәренең бизнес-шерифтарын бөтөнләй күрмәй, улар беҙ тәҡдим иткән ярҙам төрҙәрен белмәй. Минең хеҙмәттәштәрем ҡайһы бер ерҙәрҙә һеҙҙең менән бәйләнешкә инә алманы. Был бәйләнештең булмауы мине ныҡ аптыратты, – тине Радий Хәбиров. – Тағы бер проблема – бизнес-шерифтарҙың эшендәге күҙ буяу. Күп райондарҙа ул ни бары ябай консультация биреүгә генә ҡоролған. Әммә бизнес-шериф консультант түгел. Ул – эшҡыуарҙың төп ярҙамсыһы, уның ҡулында власть, башҡарма һәм йәмәғәт вәкәләттәре тупланған. Уның бурысы – муниципалитет кимәлендә бизнесҡа ярҙам итеү өсөн бар институттарҙың берләшеүен тәьмин итеү.
Әйткәндәй, был вазифа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә булдырылды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: