Популяр йырсы Радик Юлъяҡшинды бөгөн бөтә ерҙә көтөп алалар, сәскәләргә күмәләр. Әммә был көндәрҙә күптәр уның моңло йырҙарын тыңлауҙан мәхрүм, үҙен насар тойғанлыҡтан, йырсы концерттарын кисектереп торған. Артист вирус ауырыуы йоҡторған. Был хаҡта Инстаграм битендә хәбәр итә. “Концертһыҙ ун көн, әле үк күңел сәхнәгә, һеҙгә тартыла” – тип яҙа сәхнә йондоҙо үҙенең фанаттарына.