Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2020, 16:15

Башҡорттар - ­ Мәскәүҙә!

Тамашаға халыҡ эркелеп килгәйне.

Мәскәүҙең Ҙур театры сәхнәһендә Джузеппе Вердиҙың “Аттила” операһының премьераһы үтте. Уны яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов ҡуйҙы.

Опера Башҡортостан Хѳкүмәте ярҙамында Башҡорт дәүләт опера һәм балеты театры труппаһының Мәскәүҙәге гастролдәре барышында күрһәтелде. Башҡортостан ѳсѳн мѳһим ваҡиғала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. "Спектаклгә күтәренке кәйефтә килдем. Был беҙҙең театр труппаһына күрһәтелгән юғары хѳрмәт. Илебеҙҙең танылған сәхнәһендә сығыш яһау беҙгә ҡарата оло иғтибарҙың сағылышы ул. Илебеҙҙең мәҙәни йәмәғәтселегенең Башҡортостан артистарының тотҡан урынын, юғары әһәмиәтен таныуы билдәһе. Тамашаны ҡуйыу ѳсѳн оҙайлы һѳйләшеүҙәр, хеҙмәттәшлек алып барылды. Тамашабыҙҙы күрһәтергә мѳмкинлек биргәндәре ѳсѳн Ҙур театр етәкселегенә ҙур рәхмәт. Әлбиттә, беҙ бында йышыраҡ булырға һәм иң яҡшы спектаклдәрҙе ҡуйырға теләйбеҙ. Рәсәй, донъя сәнғәтенең заман талаптарына яап биреүе ѳсѳн беҙгә әле күп эшләргә кәрәк", - тине Радий Фәрит улы.Ҙур театрҙа уҙған сара Башҡортостандың тормошо, бай мәҙәниәте һәм ижади ҡеүәте менән ҡыҙыҡһынған тамашасыларҙың, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙҙың осрашыу кисәһенә лә әйләнде.

Тѳп партияларҙы Илдар Абдразаҡов, Вероника Джиоева, Василий Ладюк кеүек билдәле опера артистары һәм Ѳфѳ труппаһынан солистар Владимир Орфеев, Артур Ҡәйепҡолов, Айҙар Хәйруллин башҡарҙы.

"Был беҙҙең театрҙың, бѳтә коллективтың ҡаҙанышы. Сығыш яһаған оркестрға, бѳтәһенә лә рәхмәт. Костюмдар, матур декорация ѳсѳн ҡуйыусы тѳркѳмгә рәхмәт. Республика етәкселеге булышлыҡ итмәһә, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ ѳсѳн рәхмәт", - тине Илдар Абдразаҡов.

Фото: glavarb.ru





Читайте нас: