Яратҡан йырсыбыҙ Харис Шәрипов – ғаиләлә беренсе бала. Сабый саҡ хәтирәләренә бирелеп, йырсы түбәндәгеләрҙе һөйләне:
"Ул мәлдә ауылда балалар баҡсаһы булмаған. Атайым менән әсәйем көнө буйы эштә йөрөгәс, стенаға ҡаҙаҡ ҡағып, мине шунда билемдән бау менән бәйләп китер булғандар. Әлбиттә, яныма ашарға ла ҡалдырғандар. Бер мәл шәфҡәт туташы балаларҙы тикшереп йөрөгәндә беҙгә лә килгән. Ишек бикле булғас, тәҙрә аша ҡараған. Эйәреп килгән ҡыҙына ла мине күрһәткән. Аҙаҡтан ҡыҙы ҡурсағын гел генә бәйләп китер булған.
Унан һуң шаҡтай йылдар үткәс, атайым ул өйҙө Томансы ауылындағы туғандарға һатҡан. Быйыл йәйге ялда шул туғандарҙа ҡунаҡта булырға тура килде. Мине бәйләп ҡуйған ҡаҙаҡты бер иҫтәлек булһын тип, әлегәсә һурып алмағандар. Туғандар шул ҡаҙауҙы күрһәткәс, күңелгә ҡыйын булһа ла, рәхәтләнеп көлөп алдыҡ".