Уға иғтибар итмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Урамда китеп барһынмы, магазинда сиратта торһонмо –барыһы ла, айыу башы күргәндәй, тишә яҙып уны күҙәтәләр, шыбырлашалар:
– Ана, ана, Дядя Степа тора!
–Был тиклем дә оҙон кеше булыр икән ул!
–Үҙенә яраҡлы кейемде нисек таба икән?
– Ә үҙе ниндәй шәп артист!
Ысынлап та, халыҡтың ғәжәпләнеүе юҡҡа түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин – республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә иң һонтор актерҙарҙың береһе.
– Хәким, буйың күпме ул?
– Ике метр.
– Ә ауырлығың?
– 135 килограмм.
– Оһо-о-о, Сергей Михалковтың “Дядя Степа”һы кеүекһең. Хәким, бигерәк тә бәләкәй кәүҙәлеләр һинең кеүек буйсан кешеләргә көнләшеп ҡарай. Оҙон булыу рәхәттер, ибет?
– Рәхәт ти һиңә! Шул оҙонлоғом арҡаһында күргән яфаланыуҙарым. Мәктәптә уҡыған саҡта ишетмәгән һүҙ ҡалмай торғайны. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың:“Ҡолға, торна, дөйәләй кәүҙә биргәнсе, төймәләй аҡыл бирһә”, – тип игәгәне әлегеләй иҫемдә. Бәләкәй саҡта күҙҙән фингал китмәне, һарай эсенә инһәм, тегендә төртөләм, бында бәреләм. Берәй ергә барам тиһәң, мең бәлә. Поезда йөрөгәндә өҫкө рәткә ята алмайым, мине күтәрә алмаҫ, ҡутарылып төшөр тип ҡурҡам. “Газель”, “Мерседес”тарҙың ултырғыстары араһына аяҡтарым һыймай, шуға иң алда, шофер янында ғына ултырырға тырышам. Бер шулай репетиция һуң ғына бөттө лә мин сығыуға бер ниндәй транспорт ҡалмаған. Тора торғас, эргәмә гөжләтеп бер “Ока” килеп туҡтаны. Күпме генә маташһам да, машинаға һыймайым бит, ә ҡайтырға кәрәк. Шунан шофер алғы ултырғысты йәйеп ҡуйҙы ла мин нисек кәрәк машина эсенә һуҙылып ятып аяҡтарымды алға тәҙрә янына һалдым. Таксистың юл буйына, егерме йыл эшләйем, бындай хәлде беренсе тапҡыр күреүем, тип көлә-көлә хәле бөттө.
– Бындай ҙа кәүҙә менән ауыл сәхнәләренә һыймаған саҡтар ҙа барҙыр инде.
–Бар инде. Салауат театрында эшләгәндә булған хәл һаман онотолмай. Ғәҙәттә, гастролгә сыҡҡанда декорацияларҙы алданыраҡ ебәрәбеҙ, беҙ килеүгә улар сәхнәне әҙерләп торорға тейеш. Дәүләкән районының Хотомли ауылына килһәк, һаман да декорацияларҙы ҡуймағандар. Был ни хәл тип аптырап киттек. Беҙгә яуап итеп: “Сәхнәгә бер нәмә лә һыймай, улар һыймағас, Хәким күптән һыймай”, – тип хихылдашалар. Анау тиклем ерҙән бер килгәс, кире китеп булмай бит, халыҡ та көтә. Сәхнә түбәһенә башым тейеп, сәсем ышҡылып йөрөһә лә спектаклде ҡуйҙыҡ.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ла белге килә.
– Ҡатыным Айгөл телевидениела эшләй, Аҡйоноҙ исемле ҡыҙым, Динислам, Иҡсан исемле улдарым үҫеп килә.
– Хәким, һине көлкө оҫтаһы тип тә беләбеҙ, иҫ киткес матур итеп һөйләйһең. Ә бына үҙеңә юмористарҙан кемдәр оҡшай?
– Рус юмористарынан Задорнов, Шифрин оҡшай, үҙебеҙҙән ауылдашым Вәлит Илембәтов, Гөлсөм Хәбибуллинаны харап яратам.
–Әтеү һин дә Ейәнсура районының Яныбай ауылынанмы ни?
– Эйе. Арыу кешеләр сыҡһа шул Яныбайҙан сыға инде.
– Малай саҡтан уҡ шулай шуҡ булғанһыңдыр инде.
–Әтеү нисек тота килеп артист булып киттең?
–Ябай халыҡ артисты бер ниндәй кәмәселекһеҙ кеше итеп күрә. Һинеңсә, үҙеңдең ниндәй етешһеҙлегең бармы?
–Әллә нишләп йоҡо һимертергә яратам. Хатта театрға килгәс тә бүлмәләге диванға ятып йоҡлай һалып алам.
–Хәким, бына һине халыҡ ярата, белә. К. Аҡбаштың “Һипкелле ҡыҙ”ында – Мағаш, “Башмағым” да кейәү Вафаны харап килештереп уйнаның. Йыш ҡына концерттарҙы алып бараһың. Артистың уңышы нимәнән ул?