Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 11:45

Башҡортостанда донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәге булдырыласаҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм РФ хакимиәте урынбаҫары Татьяна Голикова Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барҙы. Осрашыу ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үтте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм РФ хакимиәте урынбаҫары Татьяна Голикова Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барҙы. Осрашыу ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үтте.
Радий Хәбиров Федераль адреслы инвестиция программаһына яңы республика кардиоүҙәген төҙөүҙе индерергә тәҡдим итте. Беренсел медицина-санитар ярҙамды модернизациялау программаһына финанс йәһәттән булышлыҡ итеүҙе һораны. Офран ауырыуҙарҙы федераль бюджет иҫәбенә дауалау хаҡында ла һүҙ барҙы.
Башҡортостанда донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәге булдырыу һәм мәктәптәр, балалар баҡсаһы төҙөүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
Читайте нас: