Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 17:30

Коронавирус инфекцияһы хәүефен булдырмау өсөн

Бер нисә айҙа дауахана төҙөлөргә тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикла коронавирус инфекцияһы хәүефе таралыу хәүефен кәметеү өсөн ҡарар ҡабул итте. Документҡа ярашлы, республикала 20 апрелгә тиклем меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан сараларҙы үткәреү тыйыла. Әлеге ваҡытта коронавирус йоҡтороуҙың рәсми раҫланған осрағы булмаһа ла, килеп тыуған хәлдең ҡатмарлы булыуын белдерҙе Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфөлә инфекция ауырыуҙары дауаханаһы төҙөү зарурлығын әйтте. “Һүҙ өс йыл буйы төҙөлгән клиник дауахана хаҡында бармай. Ул бер нисә айҙа төҙөлөргә тейеш”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Читайте нас: