Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 23:10

Пенсия хаҡында хәбәр килеп торасаҡ

Тиҙҙән Рәсәйҙә 45 йәштән өлкәнерәктәргә буласаҡ пенсия күләме тураһында телефон аша СМС-хәбәрҙәр килеп торасаҡ. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ошо хаҡта тейешле закон проектын әҙерләй. Бындай хәбәрҙәр өс йылға бер тапҡыр ебәрелергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, шул рәүешле кешеләр пенсияһының сама менән күпме буласағын алдан уҡ белеп, уны арттырыу буйынса ниндәйҙер аҙымдар яһай аласаҡ. СМС-та шулай уҡ пенсияны иҫәпләүҙә ҡулланылған күрһәткестәр һәм тупланма пенсия тураһында мәғлүмәттәр ҙә сағылыш табасаҡ. Шулай уҡ закон проектында инвалидлыҡ буйынса пенсияны ғариза яҙҙырмайынса, бер урындан икенсеһенә йөрөтмәйсә генә билдәләү тәртибе күҙҙә тотола. Фото:365news.biz

Тиҙҙән Рәсәйҙә 45 йәштән өлкәнерәктәргә буласаҡ пенсия күләме тураһында телефон аша СМС-хәбәрҙәр килеп торасаҡ. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ошо хаҡта тейешле закон проектын әҙерләй. Бындай хәбәрҙәр өс йылға бер тапҡыр ебәрелергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, шул рәүешле кешеләр пенсияһының сама менән күпме буласағын алдан уҡ белеп, уны арттырыу буйынса ниндәйҙер аҙымдар яһай аласаҡ. СМС-та шулай уҡ пенсияны иҫәпләүҙә ҡулланылған күрһәткестәр һәм тупланма пенсия тураһында мәғлүмәттәр ҙә сағылыш табасаҡ.

Шулай уҡ закон проектында инвалидлыҡ буйынса пенсияны ғариза яҙҙырмайынса, бер урындан икенсеһенә йөрөтмәйсә генә билдәләү тәртибе күҙҙә тотола.
Фото:365news.biz
Читайте нас: