Ил президенты Рәсәй Конституцияһына “асыҡ хакимиәтте ойоштороуҙың һәм функцияларҙың айырым мәсьәләләрен яйға һалыуҙы камиллаштырыу тураһында”ғы төҙтәмә хаҡындағы законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығы матбуғат хеҙмәте буйынса, үҙгәрештәр ике шартты үтәгән осраҡта үҙ көсөнә инә. Тәүҙә РФ Конституцияһының 1,2 һәм 9 бүлектәре нигеҙләмәләренә тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙең тура килеүен билдәләү өсөн ил Конституция судына запрос ебәреләсәк. Унда ыңғай баһа бирелһә, дөйөм Рәсәй тауыш биреүе үткәрелә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Конституцияға үҙгәрештәр унда ҡатнашҡан граждандарҙың яртыһынан артығы тарафынан хупланһа, РФ Конституцияһына төҙәтмә тураһындағы законда һәм РФ Конституцияһының 3 – 8 бүлектәрендә ҡаралған үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Тауыш биреү 22 апрелдә планлаштырыла. Үҙәк һайлау комиссияһы биш көн эсендә һөҙөмтәләрҙе иҫәпләргә һәм тағы өс көн эсендә уларҙы баҫтырырға тейеш.