+4 °С
Болотло
Республика Башлығы бөгөн хөкүмәттәге кәңәшмәлә коронавирусҡа ҡарата ялған хәбәр таратыусыларға ҡәтғи саралар күреләсәген белдерҙе. Радий Фәрит улы киң мәғлүмәт сараларына айырым мөрәжәғәт итеп:”Фейктар булмаһын өсөн, йә миңә, йә оператив штаб етәксеһе һүҙҙәренә, йә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ”, - тине.
Әйткәндәй, бер йыл элек Рәсәйҙә фейктар тураһында закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, йәмғиәттә паника тыуҙырырлыҡ ялған хәбәр таратыусыларға ҙур суммала штрафтар ҡаралған.