Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:10

Бәрәңге ниңә ҡарая?

Был тупраҡ ауыр булғанда йәки көслө ямғырҙарҙн ер ҡатыуҙан шулай килеп сыға.

Ысынлап та, йыш ҡына бәрәңге ҡарайып, әҙерләгән аҙыҡтың, табындың йәмен ебәрә. Бының сәбәбе нимәлә һуң?
Белгестәр әйтеүенсә, беренсенән, үҫтергәндә азоттың күп инеүе, ә калийҙың етмәүе ихтимал. Икенсенән, йәшелсә тамырына кислород кермәү. Был тупраҡ ауыр булғанда йәки көслө ямғырҙарҙан ер ҡатыуҙан шулай килеп сыға. Өсөнсөнән, алынған йәшелсәне баҙға ашығып һалыу һәм ябып ҡуйыу. Елләмәһә, вентилияция булмаһа, ул ҡарая.
Ҡарая торған бәрәңгенең һыуына аҙ ғына аш һеркәһе өҫтәгеҙ. Ошолай эшләгәндә, ул үҙ төҫөндә ҡала һәм иҙелмәй.
Фото: yandex.ua
Читайте нас: