Хәтерегеҙҙәлер, Күмертау ҡалаһында Италиянан ҡайтҡан ике кешелә коронавирусҡа шик табылып, дауаханаға һалғайнылар. Уларҙың анализдары әҙер һәм, бәхеткә күрә, яман сир асыҡланмаған. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының Күмертау биләмә начальнигы Татьяна Пахомова хәбәр итә. Ул шулай уҡ элек анализды Новосибирск ҡалаһында эшләһәләр, хәҙер бының өсөн Өфөлә лә шарттар булыуын белдерҙе.