Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 18:10

Нурия Абдуллинаның ҡыуанысы

Яратҡан йырсыбыҙ, диктор, моңло йырҙар авторы Нурия Абдуллинаның бер нисә йыл элек яман шеш ауырыуына тарып, дауалау курстары үтеүе хаҡында хәбәр итеп торабыҙ. Күптән түгел уның йәнә Санкт-Петербургҡа барып анализдар тапшырғаны хаҡында ла мәғлүмәт сыҡты. Ошо көндәрҙә йырсы уның һөҙөмтәһе билдәле булыуы хаҡында “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр итте.Бөгөн йырсының тыуған көнө. “Мин иҫән, яҙҙы һәм тыуған көнөмдө фатирымда ҡаршы алдым. Тормош дауам итә. Февраль аҙағында балаларым миңә бүләк эшләне – Ҡырымға сәйәхәт ойошторҙо. Дөрөҫөн әйткәндә, икеләндем, шулай ҙа улар уйланыуға бер төн бирҙе һәм иртәнсәк билет һатып алынды. Барыуыма һис үкенмәнем, тау, диңгеҙ һауаһы һуланым, һыу индем, тауҙарҙағы шифалы һыуҙарҙы эстем. Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бөтәгеҙгә лә ҡыуаныслы, матур көндәр теләйем”.Беҙ ҙә Нурия апайҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.Фото: “Бәйләнештә”.


Яратҡан йырсыбыҙ, диктор, моңло йырҙар авторы Нурия Абдуллинаның бер нисә йыл элек яман шеш ауырыуына тарып, дауалау курстары үтеүе хаҡында хәбәр итеп торабыҙ.
Күптән түгел уның йәнә Санкт-Петербургҡа барып анализдар тапшырғаны хаҡында ла мәғлүмәт сыҡты. Ошо көндәрҙә йырсы уның һөҙөмтәһе билдәле булыуы хаҡында “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр итте.
Бөгөн йырсының тыуған көнө. “Мин иҫән, яҙҙы һәм тыуған көнөмдө фатирымда ҡаршы алдым. Тормош дауам итә. Февраль аҙағында балаларым миңә бүләк эшләне – Ҡырымға сәйәхәт ойошторҙо. Дөрөҫөн әйткәндә, икеләндем, шулай ҙа улар уйланыуға бер төн бирҙе һәм иртәнсәк билет һатып алынды. Барыуыма һис үкенмәнем, тау, диңгеҙ һауаһы һуланым, һыу индем, тауҙарҙағы шифалы һыуҙарҙы эстем. Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бөтәгеҙгә лә ҡыуаныслы, матур көндәр теләйем”.
Беҙ ҙә Нурия апайҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: