Конституция суды 2024 йылда Владимир Путинға президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирһә һәм дәүләт башлығы үҙенең ризалығын белдерһә, Рәсәй халҡының 57 проценты уның өсөн тауыш бирергә әҙер. Үткәрелгән һорау алыуҙар буйынса “Социаль маркетинг институты”тикшеренеү компанияһы (“Инсомар”) шундай мәғлүмәттәр еткерә. Шулай уҡ 12 мартта телефон аша ике мең кешенән һорау алынған. Уларҙың 33 проценты Владимир Путин өсөн тауыш бирергә әҙер булмауы, ә 10 проценты яуап бирергә ҡыйынһыныуы хаҡында белдергән.