Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:50

Йөрәк аптырата, күпкә бармаҫмын...

Күрәһең, был һуңғы яҙымдыр.

Ул редакциянан редакцияға йыш йөрөй. Килеп инә лә ауыр һулап, ултырғысҡа килеп ҡунаҡлай. Унан кеҫәһенән яулығын сығарып, битен һөртөп ала.
- Саҡ килеп еттем, үләмме тип торам.
- Ҡуй, ағай, улай тимәгеҙсе. Һеҙҙең йәштә үлеп ятырға ни.
- Йөрәк бит ҡустым, йөрәк. Күрәһең, был һуңғы яҙымдыр. – Унан ағай бер аҙа йөрәк тирәһен тотоп тора. - Юҡ, мин үҙемде яҡшы беләм. Бына ошо шиғри шәлкемем, баҫылһа, бәлки, күңелем тынысланып ҡалыр ине.
- Ярай, ағай, ярай!
Тиҙҙән уның шиғырҙары гәзиттә донъя күрә. Унан бер аҙға юғалып торған шағир йәнә пәйҙә була.
- Саҡ килеп еттем, ҡустылар. Йөрәк бит, йөрәк. – Егеттәрҙең күҙенә мөлдөрәп ҡарап ала.
- Бәлки, был юлы һеҙҙе һуңғы тапҡыр күреүемдер. Үҙем иҫән саҡта тип бер шәлкем шиғырҙарымды алып килдем әле.
... Уның шулай тип “йөрәктән үлеүенә” тиҫтә йыл самаһы үтеп китте. Күптән түгел ул йәнә ҡулына папкаһын тотоп, редакцияға килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан тағы ла һаулығына зарлана башланы.
- Йөрәк аптырата бит, йөрәк…
Фото: doktoradvice.ru
Читайте нас: