Спектаклдәргә, концерттарға йөрөргә харап ярата Рөстәм. Хатта ныҡ оҡшағандарын икешәр тапҡыр ҡарай. Бөгөн дә театрға килде ул. Ҡатынына:
– Әйҙә, театрға барайыҡ, шәп спектакль була, – тигәйне лә уныһы ҡулын ғына һелтәне.
– Үҙең генә бар ҙа ҡуй. Кеше араһына сығырға йүнле кейемем бармы! Ашарға әҙерләргә кәрәк. Һиңә генә рәхәт ул!
Ҡатын-ҡыҙға берәй ергә барырға кәрәк булһа оҙон көн буйы әҙерләнергә кәрәк шул. Шуныһы юҡ, быныһы килешмәй. Унан кейеменә тап килгән йәтеш кенә сумкаһы булмауы ла иҫенә төшә, сәс-башты рәтләргә лә кәрәк. Ә уға ни, ҡатыны әйтмешләй, яман рәхәт, эштән ҡайтып, костюмын кейеп ала ла сыға ла китә.
Спектаклдең иң көсөргәнешле ерендә генә ун биш минутлыҡ тәнәфес иғлан иттеләр. Хәҙер нимә булыр икән, тип бөтә уйы менән сәхнәлә барған ваҡиғалар эсенә сумған халыҡ урынынан ҡуҙғалды. Рөстәм фойеның аулағыраҡ мөйөшөнә барып торҙо. Берәүҙәр гөрләшә-гөрләшә театрҙың кафеһына йүнәлде, икенселәр артистарҙың стеналағы фотоһүрәттәрен, бығаса бер нисә тапҡыр күрһә лә, тағы ла ҡарай. Сәнғәт кешеләре, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныусан шул әҙәм балаһы.
Халыҡ бөгөн күп килгән. Йәш яҙыусының етемдәр, балалар йортондағы тормошо хаҡындағы пьесаһы инде нисә йыл барһа ла, халыҡ эркелеп килә. Хатта райондарҙан килгәндәр, мәктәп уҡыусылары ла күп күренә. Ҡыҙыҡ, театрға гел бер үк кешеләр йөрөй. Хатта яҙыусылар, артистар, бергә уҡығандар араһынан кемдәр бөтөнләй аяҡ баҫмауын исемләп үк әйтеп бирә ала. Өфө баш ҡала тиһәң дә, ҙур ауыл кеүек шул. Спектаклдәргә йөрөмәгәндәр был донъянан нисек йәм таба икән? Ә ул театрҙа үҙен байрамға килгән кеүек тоя, ауыр тойғоларҙан арынып, кәйефе күтәрелеп ҡайта.
– Ҡустым, һаумы! – Рөстәмдең уйҙарын иңбашына әкрен генә ҡулын һалған ирҙең тауышы бүлде.
– Ә-ә-ә-ә, һаумы, Нәбир ағай! – Улар ҡуш ҡуллап күреште. – Хәлдәр һәйбәт кенә.
– Нисек, спектакль оҡшаймы?
– Шәп.
Әлеге лә баяғы бер сама хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп торғас, ауылдашы:
– Һиңә яңы номерымды бирәйем әле, әтеү тегенеһен бөтәһе лә белгәс, яңырттым, – тине. – Ул арала ҡыңғырау тәнәфес бөтөүен хәбәр итте.
– Хәл белешеп торайыҡ, беҙ бит ауылдаштар. – Нәбир ағай хушлашып, Рөстәмгә ҡулын һуҙҙы.
Нәбир ағай Рөстәмдән шаҡтай өлкән. Ул иҫ белгәндә ситкә сығып киткәйне инде. Шулай ҙа уның хаҡында ишетеп үҫте, ауылға ҡайтҡан-киткәнендә һирәкләп булһа ла күргәс, таный ине. Нәбир ағай ауыл мәктәбенән һуң Мәскәүҙә институтта уҡыған. Һуңынан Өфөгә ҡайтып, яуаплы вазифа биләгән. Уҡытыусылар һәр ваҡыт уны телгә алды, өлгө итеп ҡуйҙы. Бер мәл хатта Хатип Барый улы:
– Уҡығыҙ, исмаһам, һеҙ кеше булығыҙ. Бөтәгеҙгә лә колхоздың сусҡа фермаһында эш етмәҫ. Тырышһағыҙ, ҙур кеше булырһығыҙ. Ана, Нәбир ағайығыҙ һуң! Колхозник балаһы булһа ла, Мәскәү һынлы Мәскәүҙә уҡыны, – тигәне бөгөнгөләй хәтерҙә.
Рөстәмдең тәү тапҡыр яҡындан уның менән танышҡан мәле иҫенә төштө. Ул саҡта университетта уҡый ине. Өфө урамында көтмәгәндә осраны ауылдашы.
– Һаумыһығыҙ, Нәбир ағай!
– Һаубыҙ әле, ҡустым! Ансарҙың улы булам тип әйтәһең инде? – тип ҡабатлап һораны. – Атайыңа оҡшап тораһың шул.
– Эйе!
– Улай икән! Атайың бигерәк һәйбәт кеше. – Унан ағай бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. – Бер мәл ҡустым менән бесән йыйып йөрөйбөҙ. Көн болотлап торғас, бесәнде күбәләп өлгөрһәк ярар ине тип ҡабаланабыҙ. Шул саҡ атайың ағайҙарың менән килеп сыҡты. Атай ҙа булмағас, күрәһең, беҙҙе йәлләгәндер инде, әйҙәгеҙ, ярҙамлашайыҡ, тине лә бесәнде йыйыша ла башланы. Күмәк булғас, ул көндө кәбән дә ҡойоп өлгөрҙөк. Беҙ эште бөтөүгә ҡойоп ямғыр яуа башламаһынмы! Эй шатланғайныҡ шул саҡ. Һай, атайың шәп кеше шул, ярҙамсыл.
Хушлашҡанда Нәбир ағай атай-әсәйенә сәләм әйтергә ҡушты, йорт адресын, телефонын бирҙе. Унан:
– Хәл белешеп торайыҡ, беҙгә килеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ. Донъя бит, төрлө хәлдәр осрап тора, бәлки, берәй ярҙам кәрәк булыр, – тине.
Ваҡыт үҙ яйы менән үтә бирҙе. Рөстәм ауылдашын һирәкләп булһа ла күрә торҙо. Ағай осрашҡан һайын ихлас һөйләште, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әммә ни өсөндөр шылтыратырға форсат тыуманы ла тыуманы. Унан ул саҡта дөйөм ятаҡта тота һалып хәбәрләшергә ҡул аҫтында телефон бармы? Тағы тиктомалдан кешене борсоғо ла килмәй, тиңдәшең булһа, бер хәл.
Шулай ҙа бер мәл ауылдашына шылтыратырға мәжбүр булды ул. Бер имтихандан “өслө”нән арттырып булмай бит. Ошоноң менән генә ризалашһа, стипендиянан ҡолаҡ ҡаға тигән һүҙ. Шул мәл Нәбир ағай иҫкә төштө. Теге ваҡыт, берәй ярҙам кәрәк булһа, шылтырат, тип үҙе әйткәйне бит. Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫтарым университетта күп эшләй, тигәйне.
Телефонды ҡатыны алды. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, хәл-әхүәл белешкәс:
– Миңә Нәбир ағай кәрәк ине, – тине ул.
Еңгәй тәүҙә барыһы хаҡында текемләп төпсөндө.
– Кем булаһың?.. Ҡайҙан?.. Ни йомош?..
– Ауылдашы...
Рөстәм уның һәр һорауына ихлас яуап бирҙе, үҙе эстән генә еңгәй бына-бына Нәбир ағайҙы саҡырыр ҙа йомошом анһат ҡына хәл ителер, тип уйланы. Әммә “имтихан” алып бөткәс, еңгәйҙән:
– Ағайығыҙ өйҙә юҡ шул, – тигән яуап ишетте.
– Ҡасан ҡайтыр икән?
– Әйтә алмайым, ул Мәскәүгә командировкаға китте. Ни булһа ла, бөгөн йә иртәгә түгел инде. Йә, хушығыҙ!
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Сессияны япҡансы, бәлки, өлгөрә алырмын тип, тағы бер нисә тапҡыр шылтыратты Рөстәм. Һәр береһендә трубканы еңгәй алды, һәр ваҡыт бер үк яуап яңғыраны:
– Ҡайтып етмәне әле.
Ул саҡта ярты йыл буйы стипендияһыҙ уҡырға тура килгәйне.
Көндәрҙең береһендә Нәбир ағай менән Өфө урамында тағы осраштылар. Был мәлдә ул университетты тамамлап, эшләп йөрөй ине.
– О-о-о, ҡустым, хәлдәр нисек? – Ауылдашы, яҡын туғанын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды. Унан үпкәһен дә белдерҙе.
– Бер ҙә шылтыратмайһың, килеп тә сыҡмайһың. Бигерәк эре ҡыланаһың. Республика гәзитендә эшләйем тигәс тә. Ниндәй яңылыҡтар, тыуған яҡҡа ҡайтҡаның бармы? – Ауылдаш ағай тағы һорауҙар менән күмеп ташланы. Үҙенең һуңғы арала бушамауына борсолдо. Унан Рөстәмдең бармағындағы балдаҡты шәйләп ҡалды ла:
– Әллә ҡамыт кейеп ебәргәнһең инде? – тине.
– Шулайыраҡ.
– Туй ҡасан?
– Теге айҙа булды инде.
– Ҡара әле, бик шәп эшләгәнһең, ҡотлайым, – тине, уның ике ҡулын ҡуш ҡуллап оҙаҡ ҡыҫып. – Бәхетле булығыҙ, тигеҙ ғүмер итегеҙ, матур балалар үҫтерегеҙ. Ниңә бөгөн иртәнән бирле танау ҡысый икән тиһәм, һинең кәләшеңде йыуырға булған икән. Шундай ҙур тантананы билдәләмәй булмай. – Ауылдаш ағай мут йылмайҙы. Ағайҙың тел төбөн аңламай буламы Рөстәм!
– Ваҡытығыҙ булһа, әйҙәгеҙ, кафеға инеп ултырайыҡ, – тине ул.
Нәбир үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ҡулындағы сәғәтенә ҡараны.
– Тәк-тәк, әле иртәрәк, өлгөрәм. Үҙемдең ҡустым саҡырам тип торғанда бармайынса булмай.
Улар яҡындағы кафеға инделәр. Әлегәсә ҡунаҡ һыйлап өйрәнмәгән Рөстәм ағайҙан:
– Нимә алайыҡ? – тип һораны.
– Нимә тип ни, арыуырағын инде. Аҡ менән ирен бысратып ултырырға беҙ әкәй-шөкәй кешеләрҙер шул. Беҙ бит Ҡарамалы ауылының иң шәп кешеләре. – Ағай ауыҙын йырҙы. – Булғас-булғас, биш йондоҙлоһо булһын. Әрмәнскийе. – Ағай үҙе үк менюлағы ризыҡтарҙы барланы. – Бына ошоно, бына ошоно. Байрам иткәс, тәк байрам итергә. Ҡусты гелән кәләш алып тормай.
Тәүҙә осрашыу хөрмәтенә сәкәштерҙеләр. Унан кәләш өсөн, ғаилә өсөн, тыуасаҡ балаларға ла өлөш сыҡты. Рөстәм әҙәп өсөн аҙ-аҙлап ҡына йотҡолаһа, ауылдаш ағай рюмканың төбөндә күҙгә һалырлыҡ та ҡалдырмай ине. Бер аҙ башына киткән ағай ғаилә тәжрибәһе менән уртаҡлаша башланы.
– Ҡустым, өйләндем тип ҡатын ҡурайына ғына бейемә. Ҡаты бул, ир бул. Ҡатын-ҡыҙ өйләнгәндә генә һылыу, матур, аҡыллы булып ҡылана ул. Аҙаҡ күрһәтә улар кемлеген. Шуға ла баштан буйлатма. Бер елкәңә менеп ултырһа, һелкеп тә төшөрә алмаҫһың...
Ҡайтыр юлға сыҡҡас, Рөстәм ауылдашын йортона тиклем оҙатырға булды. Апаруҡ ҡына тейәгәйне шул ағай, йә милиция-фәлән осрар, теләһә кем бәйләнер. Йорттары янына еткәс, эстән генә, ағай хәҙер фатирына саҡыра башламаһа ярар ине, тип уйлап та өлгөрмәне, ауылдашы телгә килде.
– Ҡустым, рәхмәт! Бына килеп еттек! Был яғына үҙем дә ҡайтып етермен, – тип ҡулын һуҙҙы. – Һин телефонды беләһең, шылтыратып тор, килеп йөрө, һөйләшеп ултырырбыҙ, – тип туғыҙ ҡатлы йортто күрһәтте лә ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Тиҙҙән ауылдаш ағайға шылтыратыу өсөн тағы бер сәбәп булды. Ауылдан ике туған ҡустыһы килгәйне. Эш эҙләп йөрөүе икән. Замандар буталған осор, бер урында ла ала һалып бармайҙар, эше булһа ла, хеҙмәт хаҡы тауыҡ көлөрлөк кенә. Шул мәл Нәбир ағай иҫкә төштө.
– Ҡара әле, ниңә күптән башҡа килмәгән, ул мотлаҡ табасаҡ, – тип ҡыуандылар, унан телефон һандарын йыйҙылар.
– Ағайығыҙ командировкала шул, – тине еңгәй.
Аҙна-ун көн үткәс, тағы ла шылтыраттылар. Был юлы ла еңгәй алды. Иҫәнләштеләр.
– Ағайың ҡайтыуын-ҡайтты ла ул, эш менән икенсе районға сығып китте шул.
– Ҡасан ҡайтыр икән?
– Бик мөһим эш менән йөрөй. Һәр хәлдә бөгөн йә иртәгә түгел.
Өсөнсө тапҡыр шылтыратҡанда ла ағай ҡайҙалыр үтә мөһим йомош менән киткәйне.
* * *
...Яңы йыл кисе. Бөтә халыҡ байрам итә, күңел аса. Рөстәм бер нисә көн элек кенә театрҙағы осрашыуҙы иҫенә төшөрөп, Нәбир ағайҙы байрам менән ҡотлау өсөн кеҫә телефонын ҡулына алды. Ҡыуандырһын әле ауылдашын! Әтеү гелән “шылтыратмайһың” тип үпкәләй.
– Һаумыһығыҙ, Нәбир ағай! – тип сәләмләүенә мөләйем генә ҡатын тауышы яуапланы.
– Һаумыһығыҙ!
– Бәй, әллә яңылыш эләктем инде, ғәфү итегеҙ.
– Дөрөҫ, дөрөҫ. – Был юлы ла еңгәй шул уҡ һорауҙарҙы яуҙырҙы.
– Кем булаһығыҙ, ҡайҙан?..
– Әтеү телефонды Нәбир ағайға бирмәҫһегеҙме икән?
– Бирер инем дә. Ул командировканан арып ҡайтҡан бит әле, йоҡлап ята. Уята алмайым...
Фото: pl.depositphotos.com