Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 21:40

Хәлил ағайҙы юғалттыҡ!

Ауыр хәбәр килде – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор Хәлил Барлыбаев мәрхүм булған.Хәлил Әбүбәкер улы 1944 йылда Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Үҙҙәрендә ете класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала, “Һаҡмар” колхозында эшләй. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә, Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факултетында белем ала. Хәлил Барлыбаев - 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, фән өлкәһендә емешле эшләй. Ул шулай уҡ Рәсәй гуманитар фәндәр академияһы академигы, 15 китап, 160-тан ашыу баҫма хеҙмәт авторы. Рәсәй Фәндәр академияһының философия институты профессоры.Мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашбыҙ. Бәхил бул, Хәлил ағай!

Ауыр хәбәр килде – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор Хәлил Барлыбаев мәрхүм булған.

Хәлил Әбүбәкер улы 1944 йылда Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Үҙҙәрендә ете класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала, “Һаҡмар” колхозында эшләй. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә, Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факултетында белем ала.

Хәлил Барлыбаев - 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, фән өлкәһендә емешле эшләй. Ул шулай уҡ Рәсәй гуманитар фәндәр академияһы академигы, 15 китап, 160-тан ашыу баҫма хеҙмәт авторы. Рәсәй Фәндәр академияһының философия институты профессоры.

Мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашбыҙ. Бәхил бул, Хәлил ағай!

Читайте нас: