Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 13:20

Һөйләшә алмай шул...

Ҡыҙының русса ғына һөйләшеүенә иҫем китте.

Ғәйнулла Миһран улы элек яуаплы урында эшләгән. Бығаса күҙгә-башҡа салынып бармаған уҙаман пенсияға сыҡҡас, әүҙемләште лә китте. Ҡаланың ситендәрәк йәшәһә лә, бер саранан да ситтә ҡалмай, мөһабәт кәүҙәһе менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып иң алҡы рәттә һәр ваҡыт ул ултырған булыр. Редакцияларға ла йыш килә. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, ҡулында һимеҙ портфель. Беҙгә туған телде һаҡлау йәһәтенән үҙенең уй-хистәре менән уртаҡлаша, әүҙемерәк, ҡыйыу булырға саҡыра, кәңәш бирә.
-Ҡурҡаһығыҙ шул, ҡурҡаһығыҙ, – тип шелтәләп тә ала.
Һөнәре буйынса бөтөнләй башҡа өлкә кешеһе булһа ла, тыуған яғының тарихы буйынса китабын да сығарған. Бер килгәнен дә ошо ижад емешен бүләк итеп:-
-Фәлән ғалим тарихсы, профессор булһа ла, төптө бушты яҙған, – тине. – Шуның хатаһын төҙәтеп, үҙемдең аҡсаға китап сығарҙым. Фәлән һумға төштө. Быны шуны ҡарағыҙ әле.
Йәмәғәтсе ағай йыйылыштарҙа гөрөлдәк тауышы менән халыҡ, милләт киләсәге хаҡында борсолоп сығыш яһай. Берәүҙәрҙе ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләй, икенселәрҙе – битарафлыҡта.
-Телебеҙҙе ҡыҫалар.
-Балаларығыҙға туған телде өйрәтмәйһегеҙ-
-Маңҡорт булмайыҡ.
Көндәрҙең береһендә Ғәйнулла Миһран улының өйөндә булырға тура килде. Ҡыҙының урыҫса ғына һөйләшеүенә иҫем китте.
-Бәй ағай, ҡыҙын башҡортса белмәйме ни? – тип ғәжәпләнеп үҙенән һорайым.
  • - Аңлауын аңлай ҙа ул, һөйләшмәй, – тине Ғәйнулла Миһран улы иҫе китмәй генә.
  • - Ағай, маңҡортҡа әйләнәмәйек, – тип әйтмәй булдыра алманым.
  • Фото: yandex.ru
    Читайте нас: