Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 09:15

Аҙыҡ-түлек етерлек!

Был йәһәттән хәл яҡшы.

Рәсәй президенты Владимир Путин халыҡҡа аҙыҡты-түлекте самаһыҙ һатып алып, аҡсаһын тиккә әрәм итмәҫкә кәңәш бирҙе. Сөнки ул сама аҙыҡ барыбер иҫкерә һәм сығарып ташларға тура киләсәк. Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, илдә тауар һәм аҙыҡ-түлек торошо ышаныслы. Бығаса Премьер-министр Михаил Мишустан Путинға халыҡтың күплән аҙыҡ һатып алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.Шулай ҙа, Премьер-министр әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә проблема юҡ. “Иң мөһиме, аҙыҡ-түлек кәрзиненең уртаса хаҡы беҙҙең тарафтан һәр төбәктә һәм хатта магазиндарға тиклем онлайн-мәғлүмәт буйынса күҙәтелә”, - тине Мишустин.


Читайте нас: