Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 16:00

Ауыҙыңды үлсәп асмаһаң...

Хәҙер үкенәлер ҙә инде.

Эй, яратабыҙ шул шаяртырға, эй,яратабыҙ! Бер нәмәне бишкә түкмәстереп һөйләргә лә аптырап тормайбыҙ. Аҙағы нисек бөтөр тип уйлап та ҡарамайбыҙ. Коронавирус инфекцияһы тураһында ялған мәғлүмәт таратыусыларҙың артыуы ғәжәпкә ҡалдыра. Амур өлкәһенең Свободный ҡалаһында йәшәгән ханым да хәҙер, ниңә генә юҡ менән булаштым икән, тип ыуаланалыр ҙа, бәлки, әммә һуң инде. Был ҡурҡыныс инфекция хаҡында ялғанды һөйләгән өсөн уға хәҙер суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республика Башлығы коронавирусҡа ҡарата ялған хәбәр таратыусыларға ҡәтғи саралар күреләсәген белдереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Радий Фәрит улы киң мәғлүмәт сараларына айырым мөрәжәғәт итеп:”Фейктар булмаһын өсөн, йә миңә, йә оператив штаб етәксеһе һүҙҙәренә, йә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ”, - тине.
Әйткәндәй, бер йыл элек Рәсәйҙә фейктар тураһында закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, йәмғиәттә паника тыуҙырырлыҡ ялған хәбәр таратыусыларға ҙур суммала штрафтар ҡаралған.
Фото: rabochy-put.ru
Читайте нас: