Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 00:50

Коронавирусҡа шик тыуһа...

Үҙ аллы тапшырыу осрағы ҡаралмаған.

Бөгөн республикала был инфекцияны иҫкәртеү саралары буйынса әүҙем эш бара.
Коронавирусҡа республиканың биш лабораторияһында тикшереү үтергә мөмкин буласаҡ. Бөгөн БДМУ клиникаһында Өфө табиптары ошо хаҡта һөйләне. Гигиена һәм эпидемология үҙәге етәксеһе Анна Козак әйтеүенсә, анализдарҙы үҙ аллы тапшырыу осрағы ҡаралмаған. Инфекция таралған сит илдәрҙән ҡайтҡан һәм коронавирусҡа шикле йәки ошо инфекцияны йоҡторған кешеләр менән аралашҡандарҙы табиптар тикшерергә бурыслы. Үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләр буйынса 8 (347) 286-58-27 телефоны буйынса «Ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға мөмкин.
Фото: zvezdagukovo.ru
Читайте нас: