Былтыр 26 октябрҙә Өфөлә алты һәм һигеҙ йәшлек уладры менән ғәйеп булған Артем Мазовты әле һаман таба алмайҙаар. Бөгөн Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтишселәр комитеты етәксеһе Денис Чернятьев журналистар менән осрашыуҙа шул хаҡта һөйләне.
-Тикшереү бара, – тине ул. – Февраль аҙағында Артем Мазовтың кәмәһендә бармаҡ эҙҙәрен таптылар, балаларҙыҡы – юҡ. Тимәк, бынан малайҙар кәмәлә булмаған тигән һығымта яһарға мөмкин.
Мазовтарҙы бөтә Рәсәй буйлаап эҙләү дауам итә. Мазовтың атаһы улын балалары менән Ҡаҙағстанға ҡасҡандыр тип фаразлай. Нимә генә булмаһын, барыһы ла иҫән-һау булһын!