Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 10:55

Йәшәгән төйәгебеҙ таҙа булһын!

Ул уңайлы булыуы менән айырыла.

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо көндәрҙә «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автомобиль хужалығы» предприятиеһына яңы биш махсус машина алынды. Бункеровоз ҙур ҡалдыҡтарҙы полигонға ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул экологик йәһәттән таҙалығы һәм уңайлы булыуы менән өҫтөн.

Әйткәндәй, «Экология» милли проектына ярашлы, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеү йәһәтенән яҡшы үҙгәрештәр бар, эш алымдары яңыра, заманса технологиялар индерелә. Мәҫәлән, төбәк операторҙары 90 махсус техника һатып алған. Былар барыһы ла күрһәтелгән хеҙмәттең сифатын яҡшыртыуға ярҙам итә.

Фото:gruzserv.ru/Грузсервис

Читайте нас: