Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2020, 14:35

Үҫенте оҙонайып китмәһен

Былай эшләргә ярамай.

Өйҙә төрлө һауыттарҙа ултыртылған үҫентеләр теплицаға йәки баҡсаға сығарып ултыртаҡанда ныҡ, һабағы йыуан, көслө булырға тейеш. Әммә йыш ҡына помидор, борос үҫентеләре буйға үҫеп китәләр. Сәбәп нимәлә?
Үҫентене йыуан, ныҡ итеүсе төп фактор – яҡтылыҡ. Әммә өй шарттарында тейешле яҡтылыҡҡа өлгәшеү шаҡтай ауыр, сөнки күп ваҡыт үҫентеләр йылыла тотола, ҡайһы берәүҙәр уларҙы ашлама менән дә тулыландырып тора. Былай эшләргә һис ярамай. Тәжрибәле баҡсасылар яҡтылыҡты һалҡынса һауа менән алмаштыралар. Төбөнә бары һыу ғына һибеп торалар. Үҫентеләрҙе көндөҙ 15 – 17 градус йылылыҡта, ә төндә 10 градус йылылыҡта тотоу уңайлы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә үҫентеләр йыуан һәм ныҡ булыр, ә иң мөһиме, оҙонайып китмәҫтәр.
Читайте нас: