Коронавирус хәүефен иҫкәртеү маҡсатынан 18 марттан 1 майға тиклем Рәсәйгә сит ил граждандарын индереү тыйылды. Ошо сәбәпле Өфөлә йәшәгән Аркадий Архипов та ҡыйын хәлдә ҡалды. Аркадий – Ҡаҙағстан гражданы. 31 марттан уға Рәсәйҙә йәшәү өсөн бирелгән ваҡыт ғәмәлдән сыға. Законға ярашлы, ир беренсе апрелдән Өфөгә яңынан килә ала. Әммә беренсе майға тиклем Рәсәй сиктәре ябыҡ. “Беренсе майға тиклем илгә индермәһәләр, миңә нимә эшләргә?”- тип хафалана ир. Уның Ҡаҙағстанда бер кешеһе лә юҡ, ә Өфөлә ҡатыны менән кескәй ҡыҙы бар. Тиҙҙән Аркадийға Ҡаҙағстанға китергә тура киләсәк. Аҙаҡтан ул Өфөгә ғаиләһе янына ҡасан әйләнеп ҡайтырын да белмәй. Архиповтар был сетерекле мәсьәләне хәл итеү өсөн күп функциялы үҙәккә лә мөрәжәғәт итһә лә, проблема асыҡ ҡала. Ошо арала улар Эске эштәр министрлығына ла ярҙам һорап бармаҡсы. Йәш ғаиләнең хәленә инеүселәр табылһа ярай ҙа.
Әйткәндәй, был сикләү халыҡ-ара транспортта эшләгән дипломаттарға, делегация ағзаларына, машина йөрөтөүселәргә, экипаждарға, туғандарын ерләргә барыусыларға һәм тағы бер нисә категория һөнәр эйәләренә ҡағылмай.