Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған. Шулай ҙа уның бары 1 проценты ғына эсергә яраҡлы. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә. Һуңғы 50 йылда ғына ла донъяла шул сәбәпле 507 низағ булған, шуларҙың 21-е хәрби бәрелештәргә килтергән.
ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, иң таҙа һыу Финляндияла икән. Тәбиғи һыуҙың таҙалығын тикшереүҙә 122 ил ҡатнашҡан. Әйткәндәй, әле донъяла 1 миллиард кеше хәүефһеҙ һыуға ҡытлыҡ кисерә. * Ниндәй һыу тиҙерәк боҙға әйләнә: эҫеме йәки һыуыҡмы? Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, һыуыҡ һыу алданыраҡ туңырға тейеш. Асылда иһә эҫе һыу тиҙерәк боҙға әүерелә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был күренешкә ғалимдар аныҡ ҡына аңлатма бирә алмай.