Элегерәк була был хәл. Бер әбей магазиндан какао ҡушылған "мендәр" кәнфит ала. Ҡайтҡас, сәй эсергә ултырһа, кәнфиттәрҙең "саңлы" икәнен күреп ҡала.
- Атаҡ-атаҡ, бысраҡ кәнфит һатҡандарсы, вәт битһеҙҙәр! - ти һуҡрана-һуҡрана кәфиттәрҙе сайҡатып ала. Ҡунаҡ килһә:
- Йыуып алдым. Минең кәнфитем таҙа ул, ашағыҙ, аша, - тип әйтә икән.