Гүзәл заттарҙың баш ҡалала үтәсәк мәртәбәле йыйынына әҙерлек ҡыҙыу барҙы. Бындай ҙа сараға иң лайыҡлы делегаттар һайланды.
Билдәләнгән көн дә етте. Байрам барышын барлыҡ республикаға, халыҡҡа еткереү бурысы хәбәрселәргә йөкмәтелгән. Улары инде күптән ярты мәҙәниәт һарайы булып йөрөй. Берәүҙәре фотоға төшөрә, телевидение, радионыҡылар, нимә тураһында һөйләйем һуң, тип аптырағандарға, мин һөйләгәнде әйтегеҙ, тип артынан ҡабатлата.
Бына сара башланды. Бер түрә, залдағыларҙы тәбрикләп, ярты сәғәт самаһы иң яҡшы төбәктәрҙең береһендә йәшәүебеҙ хаҡында һөйләне, гүзәл заттарға ишле балалар үҫтереү өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылыуын иҫкә төшөрҙө. Был тиклем матур сығыштан һуң гөрләтеп ҡул саптылар. Көслө алҡыштарға хатта гәлсәр люстралар ҙа ҡушылып сыңланы. Унан һуң һүҙ делегаттарға бирелде. Кемдер ишле бала тәрбиәләүҙән ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы, берәү бөгөнгө демографик хәлде яҡшыртыу ниәтенән күп ҡатынлылыҡ хаҡында закон ҡабул итергә кәрәк тине, өсөнсөләр иһә көслө заттарҙы яҡларға кәрәклеген әйтте.
Гөлсөм исемле ханымдың халыҡты, ғаиләне тәрбиәләүҙә матбуғаттың әһәмиәте хаҡындағы сығышын залдағылар ифрат оҡшатты. “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә гәзит-журналдарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бөтәбеҙ ҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларға әүҙем яҙылайыҡ”, – тип телмәрен тамамлағас, берәүҙәр, уны хуплауын белдереп, әсе итеп һыҙғырҙы, икенселәр усы ҡыҙғансы ҡул сапты.
Республика гәзите хәбәрсеһе Нургизә тәнәфес иғлан ителеү менән әлеге делегат янына ашыҡты. Үҙен күреп һөйләшеү мотлаҡ. Фекере елле бит!
– Һаумыһығыҙ! Беҙ республика гәзитенән булабыҙ, үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле, – тине ул.
– Ниндәй гәзиттән тип әйттегеҙ? – Делегат ҡабатлап һораны.
– “Яңы тормош” гәзитенән, – тине хәбәрсе диктофонын рәтләй-рәтләй. – Яңыраҡ ҡына баҫмабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләнек.
– Ундай гәзит тә бармы ни?
Делегаттың былай һорауына хәбәрсенең күҙе маңлайына менһә лә, ғәжәпләнеүен һиҙҙермәҫкә тырышты.
– Бар.
– Ҡайҙа сыға?
– Өфөлә.
— Атаҡ! Улай икән, мин тәүге тапҡыр ишетәмсе. – Делегат ханым, яңы планета асҡандай ғәжәпләнеп, ихлас йылмайҙы. – Беҙгә район гәзите генә килә шул. Уныһын да уҡып ултырырға ваҡыт юҡ әле.
Ул арала фотохәбәрсе лә тып итеп килеп баҫты. Уның:
– Миңә иғтибар итмәгеҙ, ана шулай һөйләшеп тороғоҙ, ана шулай, динамика кәрәк, – тип аппаратын шарт та шорт баҫа башлауға ханым ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Нисек инде улай тота килеп фотоға төшөрәһегеҙ? Әҙерәк биҙәнеп-төҙәнеп алайым. – Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем күрһә, шартларҙай булһындар әйҙә. Былай ҙа ошонда китәм тигәс, йәмрәйеп йөрөнөләр. Һөйләргә бер нәмә булыр. – Унан делегат сумкаһын ҡутара башланы, кәрәкле генә әйберен таба алмай хитланды. Бер аҙҙан помадаһын килтереп сығарҙы ла ирененә ҡыҙыл йүгертте. Бына хәҙер була! – Гөлсөм ханым ихлас йылмайҙы.
– Нисегерәк торайым? – Ул фотохәбәрсегә ҡарап йылмайҙы.
– Хәбәрсе менән һөйләшеп торған булығыҙ. Динамика булһын.
– Ошолай килешерме?
– Ана шулай, ана шулай.
Әңгәмәләшеп бөткәс, ханым мәҡәләнең ҡасан сығыуы менән ҡыҙыҡһынды.
– Ошо йомала.
– Нисәнсе биттә?
– Беренсе биттә буласаҡ.
– Беренсе биттә? Ҡайһылай шәп! – Делегат ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Ул гәзитте ҡайҙан табайым? Беҙҙең ҡалала бармы икән? Бер ҙә генә күҙгә ташланғаны юҡ
– Ниңә булмаһын ти?! Тотош республика буйлап тарала. Үҙегеҙ алдырмаһағыҙ, киосктарҙа мотлаҡ булырға тейеш.
Унан депутат фотохәбәрсегә боролдо:
– Һеҙ матурыраҡ фотоны бирергә тырышығыҙ инде. Йылмайып торғанын.
Нургизә рәхмәт әйтеп, һаубуллашып, ишектән сығырға торғанда, делегат ҡулы менән “туҡтап тор әле” тип ишаралап, халыҡты йырмаслай-йырмаслай йүгерә-атлай уның янына килә ине.
— Туғаным, туғаным, саҡ ҡына көтөп торһаңсы. Ней, ҡана телефон һандарыңды бир әле. Кәрәк булыр ул. – Делегат уның телефонын яҙып алды.
***
Нургизә мәҡәләһен өлгөртәйем тип ашығып яҙып ултырғанда телефоны шылтыраны.
– Туғаным, туғаным, был Гөлсөм апайың ине. Ней, мин фотомды белешәйем тигәйнем. Нисек сыҡҡан? Матурмы? Әтеү мин фотола йәмһеҙ сығам да ҡуям.
– Матур булған, апай, бик матур.
– Туғанҡайым, зинһар, иң матурын бирегеҙ инде. Әҙәм көлөрлөк булмаһын.
– Ярай, ярай.
– Беренсе биткә тип әйттегеҙме әлеүел?
– Эйе, эйе.
– Быныһы бигерәк һәйбәт.
– Тик бына ул гәзитте нисек табырмын икән? Ғүмерҙә күргәнем юҡ.
– Ҡалағыҙға бара ул.
Төн уртаһында телефон шылтырағанға Нургизә тертләп уянды. Тиккә түгелдер. Ул ҡабаланып телефон төймәһенә баҫты. Сымдың теге осонда делегат апай ине.
– Туғанҡайым, борсоғанға ғәфү ит инде. Йөрәк түҙмәй. Мин баяғы мәҡәлә хаҡында белешәйем тигәйнем. Сыҡтымы шул гәзит, юҡмы?
– Сыҡты, әлбиттә.
– Фотом нисек? Күҙем йомолмағанмы? Йәмрәйеп тормайыммы?
– Һәйбәт сыҡҡан, апай, бик һәйбәт.
– Ниндәйерәк фотоны ҡуйҙығыҙ?
– Йылмайып торғанын.
–Ул гәзитте ҡайҙан табайым икән?