Шоңҡар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2020, 16:25

Йәмил, тыуған көнөң менән!

Халыҡтың яратҡан алып барыусыһы ул.

Шәп егет ул! Йор һүҙле, тапҡыр телле! Иртәнге сәғәтен уның фатихаһынан башлағандарҙың хеҙмәт көнө, ялы, юлда булһа, сәфәре лә уңышлы буласағына шик юҡ. Үҙе лә ҡояш кеүек балҡып торған был шәп журналист радио, телевидение донъяһына сумып, халыҡтың күңелен күтәрер, рухи донъяһын байытыр өсөн генә яратылған кеүек. Һүҙебеҙ “Теге өсәү"ҙең береһе Йәмил Ишмөхәмәтов хаҡында.
Бөгөн иһә уның күркәм байрамы – тыуған көнө!Яратҡан алып барыусыбыҙҙың журналистика өлкәһенә килеп инеүе осраҡлы булһа ла, халыҡ уны тәүге көндәрҙән үҙ итте.
“Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләп йө­рөй инем”, - ти был хаҡта Йәмил. - Ҡыҙыу бесән мәле алдынан ижад миҙгелен ябып, ауылға ҡайтырға йыйынған сағымда, әсәйем шылтыратып, радиола алып барыу­сыларға конкурс үткәрелеүе хаҡында хәбәр итте. Ейәнсураға ҡайтыуҙы бер аҙға кисектереп, тәүге ике турҙа ҡатнаштым. Бесән өҫтөндә саҡыртып алып, тағы һынау үткәрҙеләр. Бына шулай башланды минең юл”.
Талантлы хеҙмәттәшебеҙҙе беҙ ҙә матур байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре, серле ижад донъяһында тағы ла уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Бәйләнеш”тә.
Читайте нас в