Өфөлә 34 йәшлек Айгөл Фоминаның бала тапҡандан һуң сепсис менән 22-се дауахана реанимацияһында ятыуы, 7 мартта уны республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы махсус транспорт менән Мәскәүгә алып барыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әле ул Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинаталь үҙәгендә ята. Ошо көндәрҙә Республика перинаталь үҙәгенән ире Бористың сабыйҙарын алып сығыуы хаҡында ла яҙғанйыҡ. Үкенескә күрә, “ProUfu” гәзите сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Айгөлдөң хәле насарланған. Әле әсәһе, әбейе уның янында. Улар ҡатындың хәле тотороҡло ауыр тип белдергән, шул уҡ ваҡытта табиптар ҙа аныҡ ҡына бер нәмә әйтмәй. Беҙ йәш әсәнең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ. Өфөлә уны ире, балалары көтә.