Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 16:05

Бассейндар, кинотеатрҙар ябыла

Республикала өс обсерватор буласаҡ.

Бөгөндән республикала барлыҡ бассейндар һәм кинотеатрҙар ябыла, төрлө сараларға йыйылған халыҡтың һаны 50-нән артмаҫҡа тейеш. Бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Башлығы ошо хаҡта белдерҙе.
Республикала өҫтәмә ике обсерватор асыласаҡ. Уларҙың береһе Башҡортостан менән Татарстан, икенсеһе Силәбе өлкәһе сигендә буласаҡ. Бында коронавирус инфекцияһын потенициаль йөрөтөүселәр урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, республикала өс обсерватор буласаҡ.
-Хәлдең торошона ҡарап беҙ өҫтәмә сикләү саралары ҡабул итәсәкбеҙ. Шуға ла мин республика халҡын быны аңлап ҡабул итеүен теләйем, – тине Радий Хәбиров.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: