Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров Европаға сәйәхәткә барып ҡайтҡан һәм коронавирус буйынса карантинға бикләнгән.
“Вилорий Петрович, Башҡортостандың тәртипле кешеһе булараҡ, үҙ ирке менән был аҙымға барған. Ул рәсми ялда”, – тип хәбәр итә “Новости” агентлығы.
Ярым һаҡсы Оливье Тилля коронавирусҡа шик төшөп, дауаханаға ятҡас, барлыҡ “Өфө” футбол командаһы тулыһынса изоляцияға киткәйне. Бәхеткә күрә, ике тестан һуң футболсыла был яман сир асыҡланмаған.
Әйткәндәй, сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандарға үҙ аллы изоляцияла булырға тейешлеген онотмаҫҡа кәрәк. Тәртипте боҙған һәм насар эҙемтәләргә килтергән осраҡта 80 мең штраф йәки бер йылға тиклем
иркенән мәхрүм итеү сараһы ҡаралған.