Рәсәй Президенты Владимир Путин Аслан Бжанияға Абхаз Республкаһы Президенты итеп һайланыуы уңайынан ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
“Һайлауҙа ныҡлы еңеүегеҙ һеҙҙең ватандаштарығыҙ араһында авторитетығыҙ ни тиклем ҙур булыуы хаҡында һөйләй”, – тиелә Кремль сайтында донъя күргән ҡотлау хатында.
Путин шулай уҡ Абхазияның яңы президенты республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһаясағына ышана.