Был хәл 1990 йылда була. “Баймаҡҡа Юлай Үҙәнбаевтың туйына барҙым, шунда ҡаты ауырып китеп,дауаханаға һалып ҡуйҙылар, - тип иҫкә төшөрҙө бер ваҡиғаны йырсы. - 20 көндән һуң тыуған ауылыма ҡайтып төшһәм, атай-әсәйем илап ултыра, үҙҙәре юлға әҙерләнгәндәр. Мине күргәс, аптырап киттеләр. “Балам һинме был, әллә күҙгә күренәһеңме?” – тип һорай әсәйем. Баҡтиһәң, бер еңгәй ҡайҙандыр минең ауырығанды ишетеп, быларға “улығыҙ үлем хәлендә” тип килеп әйтеп киткән.