Карантин иғлан ителеү сәбәпле, күптәр ситтән эшләүгә күсте. Тәү ҡарашҡа, был шәп кеүек күренһә лә, өйҙә эшләп өйрәнмәгәндәр өсөн ауырлыҡтар тыуҙыра барыбер. Һауыт-һаба йыуаһың, ашарға бешерәһең, тағын һауыт-һаба йыуаһың... Инде тағы ашағы килә башлай... Телевизорҙа ла шәп кенә фильм бара. Ә эште ҡасан башларға? Былай булмай. Өйҙә ваҡытта ла һөҙөмтәле эшләр өсөн биш ҡағиҙәне ҡарап китәйек.
Өйҙәгеләр менән килешеп ҡуябыҙ... Нимә тип? Әҙер булығыҙ: өйҙә эшләүе шаҡтай ауыр. Өҫтәүенә өйҙәгеләр һине "ялда" тип ҡабул итһәләр, бигерәк тә. Шуға күрә үҙеңә лә, өйҙәгеләргә лә эш менән булыуыңды, ҡамасауламауҙарын һорарға кәрәк.
Тубыҡҡа ноутбук ҡуйып эшләргә маташыу бик үк уңайлы түгел. Тиҙ ялҡасаҡһығыҙ. Махсус эш өҫтәле булмаһа, аш-һыу бүлмәһенә урынлашырға тура килер. Әммә өҫтәлдәге ашамлыҡтарҙы, бигерәк тә үҙенә тартып, саҡырып торған тәм-томдарҙы йыраҡҡараҡ алып ҡуйыу фарыз. Оҙаҡламай йәй икәнлеген онотмаҫҡа ла кәрәк!
Эштә бәлки планһыҙ ғына, барыһы ла үҙ яйында ғына эшегеҙ баралыр. Тик өйҙә хәлдәр башҡасараҡ. Шуға ла планһыҙ булмай. Уның тағы ла бер ыңғай яғы бар: башҡарылған эште һыҙып – билдәләп барыу күңелегеҙҙе үҫтерәсәк. Был әсәйегеҙҙең башығыҙҙан һыйпауы менән бер ул!
Ашауҙы алдан ҡайғыртабыҙ. Астың асыуы яман, тиҙәр. Шуға күрә, эшкә тотонғансы алдан тамаҡ яғын хәстәрләп ҡуйыу зарур.
Көн тәртибе карантинда ла эш көндәренекенән айырылмаҫҡа тейеш. Иртә тороп, иртә ятыу ҙа шул көндәлек тәртибендә ҡалһын. Тағы ла уянғас та йоҡо кейемдәренән арынырға онотмаҫҡа кәрәк. Әтеү, йоҡлағы ғына килеп тик торор.