“Covid19 вирусын эләктереүселәр Башҡортостанда ла теркәлде. Улар өсәү – икәүһе сит илдән ҡайтҡан, берәүһе Мәскәүгә йөрөп эшләгән”, - тип белдерә республика Башлығының “Бәйләнештә” төркөмөндә.
Тимәк, күптәр был быға тиклем юмор менән генә ҡабул иткән яңылыҡтың ысын булыуын раҫлай. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Әйткәндәй, ситтән ҡайтып карантинды боҙоусыларға 80 мең һумға тиклем шраф һалына йә иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал.